Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2019, 15:31

Октябрҙә һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Ҡояшлы йылы көндәре менән ҡыуандырған уҙған аҙнала, шөкөр, әллә күпме көҙгө эштәребеҙҙе башҡарып өлгөрҙөк: кемдер бар ғаиләһе менән картуф ҡаҙһа, бәғзеләр көҙгө уңыш йыйыл алынғандан һуң бушап ҡалған баҡса тирәһен йыйыштырҙы. Ә бына был аҙна башында «әбейҙәр сыуағы» тамамланды, термометр бағанаһы төшә башланы.Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә республикала ямғырҙар көтөлә, урыны менән йәшен йәшнәүе мөмкин. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Термометр бағанаһы төндә +6,+11, көндөҙ +13,+18 градус күрһәтә.

Ҡояшлы йылы көндәре менән ҡыуандырған уҙған аҙнала, шөкөр, әллә күпме көҙгө эштәребеҙҙе башҡарып өлгөрҙөк: кемдер бар ғаиләһе менән картуф ҡаҙһа, бәғзеләр көҙгө уңыш йыйыл алынғандан һуң бушап ҡалған баҡса тирәһен йыйыштырҙы. Ә бына был аҙна башында «әбейҙәр сыуағы» тамамланды, термометр бағанаһы төшә башланы.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә республикала ямғырҙар көтөлә, урыны менән йәшен йәшнәүе мөмкин. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Термометр бағанаһы төндә +6,+11, көндөҙ +13,+18 градус күрһәтә.
Синоптиктар фаразына ярашлы, көҙҙөң икенсе айы – октябрь – болотло һәм ямғырлы була. Һауа температураһы көндөҙ уртаса 9-10, төндә 4-5 градус тәшкил итә. Октябрҙең 20-ләрендә һиҙелерлек һалҡынайта: көндөҙ термометр бағанаһы +4 градусҡаса, төндә иһә -2 градусҡа тиклем төшә. Ай аҙағында – 29 октябрҙә республикала тәүге ҡар япмаһы ятыр тип көтөлә.
Зөбәржәт Салауатова.
Читайте нас: