Ял көндәре һиҙелерлек һалҡын буласаҡ. Төндә 0, +5 градус, көндөҙ +4, +10 градус ҡына йылы көтөлә. Республиканың төньяҡ райондарында ямғырҙар кәмейәсәк.
Шәмбе ямғыр яуһа, йәкшәмбе ямғыр ҡатыш ҡар яуасаҡ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, киләһе аҙна башында ҡарлы ямғыр һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Сентябрь үтеп тә өлгөрмәне, ә ҡыштың һулышы тойола ла башланы.