Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2019, 18:40

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе йорттарға йылы бирелмәгән осраҡта социаль селтәрҙә үҙенә хәбәр итергә саҡырҙы.

«Бөгөн киске сәғәт 8-гә тиклем тотош республикала йылы бирә башлау бурысын ҡуйҙым. Әгәр ҡайҙалыр йылы юҡ икән, бында яҙырға», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләре: «Бәйләнештә», Facebook Instagram һәм «Класташтар».
Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда 23 сентябрҙә бөтә райондарҙа йорттарға һәм социаль объекттарға йылы бирелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә йылытыу миҙгелен башларға йөкләмә бирҙе.
Читайте нас: