«Көҙгө саҡырылышҡа старт бирелде. Быйыл көҙ саҡырылғандарҙың күбеһе Көнбайыш хәрби округына оҙатыла, — ти Башҡортостандың хәрби комиссары Игорь Харченко. — Республиканың саҡырыу пункты эшкә әҙер. Тәү сиратта, яҙ көнө оҙатылмаған егеттәр саҡырыла. Тәүге оҙатыу 24 октябргә билдәләнгән».
Уның һүҙҙәренсә, быйыл көҙ саҡырылғандарҙың 3 меңгә яҡыны ҡоро ер ғәскәрҙәренә хеҙмәт итергә ебәрелә
Ә бына ауылдарҙа йәшәгәндәр өсөн бер ни ҡәҙәр кисектереү бар, тиҙәр.
Сәбәбе – баҫыу-ҡырҙарҙа урып-йыйыу эштәре тамамланмаған. Ә йәш эшсе көстәр был яуаплы осорҙа айырыуса кәрәк.