Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2019, 11:24

Хәйерле юл һеҙгә, Йылайыр бөркөттәре!

Йылына ике тапҡыр – яҙ һәм көҙ – бөтә Рәсәйҙә армияға алыныусылар өсөн Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үткәрелә. Әлеге ваҡытта дауам иткән көҙгө саҡырылыш призывниктары өсөн дә үткәрелде ул. Матур йолаға ингән сарала буласаҡ һалдаттарға тантаналы рәүештә саҡырыу ҡағыҙы тапшырылды.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнөнә арналған байрамға район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В.Коротков, район мәғариф бүлеге начальнигы Г.Х.Айытҡолова, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссириаттың хәрби комиссары Х.Х.Хәмитов, райондың ветерандар советы рәйесе Н.И.Булавина, хәрби хеҙмәткә оҙатылыусылар һәм уларҙың яҡындары килде.
Буласаҡ һалдаттарҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. В. Коротков тәбрикләп, үҙ теләктәрен әйтте.
– Армия, әлбиттә, еңел хеҙмәт түгел. Әммә Рәсәй Федерацияһының хәрби көстәрендә хеҙмәт итеү – ул һәр граждандың маҡтаулы бурысы. Армия – һәр ир-егет өсөн кәрәкле тормош мәктәбе. Буласаҡ һалдаттырға беҙҙең районды, республикабыҙҙы лайыҡлы күрһәтергә, ил алдындағы бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәүегеҙҙе теләр инем, – тине Александр Васильевич.
Артабан А.В.Коротков хеҙмәткә алынасаҡ егеттәрҙең ата-әсәләренә түҙемлек һәм именлек теләп, уларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Райондың ветерандар советы рәйесе Н.И.Булавина Йылайыр еренең элек-электән һәр саҡ ҡыйыу һәм батыр ир-егеттәре менән дан тотҡанын билдәләп, буласаҡ һалдаттарға Тыуған ил өсөн ҡан түккән ата-бабаларҙың рухына тап төшөрмәй, яҡшы хеҙмәт итеүҙәрен теләне.
Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссириаттың хәрби комиссары Х.Х. Хәмитов телмәрендә армияла хеҙмәт итеүҙең ҡайһы бер нескәлектәренә айырым туҡталып китте. “Илде һаҡлау – ул, тәү сиратта, тыуған йортоңдо һәм яҡындарыңды һаҡлау“, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Шунан Хөрмәт Хәмит улы, һәр береһенә изге теләктәрен теләп, буласаҡ һалдаттарға тантаналы рәүештә саҡырыу ҡағыҙын тапшырҙы.
Сараның иң тулҡынландырғыс мәле үткәндән һуң, райондың үҙешмәкәр артистары буласаҡ ил һаҡсыларына матур концерт бүләк итте.
Ҡулдарына хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙы алған егеттәргә намыҫлы хеҙмәт итеп, имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйек. Хәйерле сәғәттә хәйерле юл һеҙгә, Йылайыр бөркөттәре!
Заһиҙә МУСИНА.
Автор фотолары.
Читайте нас: