Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2019, 18:28

Яңы юл күрһәткестәре

Кешеләр Ирәмәл тауына йыл әйләнәһенә күтәрелә. Уларҙы ҡышҡы һалҡындар ҙа, йәшенле ямғырҙар ҙа ҡурҡытып, туҡтатмай. Һәм йыш ҡына араларында йүнәлеште юғалтып, ҡуйы урмандарҙа аҙашып йөрөүселәр ҙә табыла.

Быға ғәҙәттә йә көслө буран, йә томан сәбәпсе була.
Ошоно иҫәпкә алып, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте менән "Ирәмәл" тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре "Николаевка - Ҙур Ирәмәл" маршрутында маркировка күрһәткестәрен яңыртыу эшен атҡарҙы.
Фото: Интернеттан.
Читайте нас: