Ауыл уттары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июль 2020, 13:29

Гөлназ Асаева кейәүгә сыҡты

Йәш йырсы Инстаграмда никах мәлендә төшкән фотоларын ҡуйҙы. Тимәк, Гөлназ да башлы-күҙле булды. Ә кем һуң уның кейәүе?

Инетернет селтәрендә тәүге фотолар барлыҡҡа килгәс тә, күптәр тәүҙә йондоҙға ышанманы: йә күлдәк рекламай, йә пиар эшләйҙер, тиеүселәр булды. Иренең йөҙөн күрһәтмәгәнгә шикләнеүселәр ҙә бар ине. Ә яңылыҡ ысынбарлыҡ булып сыҡты. Гөлназ Асаева кейәүгә сыҡты!
Гөлназдың ире, шулай уҡ йырсы, Вилли ҡушаматы аҫтында йырлаған Вилдан Шәмсетдинов булып сыҡты. Ул Элвен Грей лейблына ингән артист.
Йәштәргә ғаилә бәхете!
Читайте нас: