-6 °С
Ҡар
11 февралдә Башҡортостан дәүләт аграр университеты “Асыҡ ишектәр көнө”нә саҡыра. Сара сәғәт 10-да аграр университеттың Йәштәр һарайында (Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 21) башлана.
Программала факультеттарҙың күргәҙмәләре менән танышыу, концерт программаһы, ректорҙың һәм ҡабул итеү комиссияһы яуаплы секретарының сығыштары, һөнәри йүнәлеште асыҡлауға тест үтеү, психолог консультацияһы ҡаралған. Шулай уҡ университеттың факультеттары, ғилми-тикшеренеү лабораториялары, музейҙары һәм башҡа бүлектәре буйлап экскурсия планлаштырылған.