Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2021, 12:05

Бөгөн көндөҙгө 4-тә

Аҙна һайын Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Instagram социаль селтәрендә (https://www.instagram.com/ufsspporb) тура эфир үткәрә һәм унда мәжбүри үтәтеү органы хеҙмәткәрҙәре граждандарҙың һорауҙарына яуап бирә.

Бөгөн эфирға сығасаҡ яңы сығарылышта коллекторҙар менән граждандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте темаһы күтәреләсәк.
Коллекторҙарҙың эшмәкәрлеген кем көйләй? Уларға нисек ялыу яҙырға? Коллекторҙар бурысты ҡайтарыуҙы талап итә аламы? Ошо һәм башҡа күп һорауҙарға суд приставтары хеҙмәтенең вазифалы кешеләре бөгөн 16.00 сәғәттә яуап бирәсәк.
“Асыҡ диалог”та ҡатнашығыҙ, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирегеҙ.
Һорауҙарҙы аккаунттың шәхси хәбәрҙәренә (https://www.instagram.com/ufsspporb), йә [email protected] почтаһына ебәрергә, йә тура эфир барышында бирергә була.
Читайте нас: