Йыш осраған схемалар түбәндә:
Мутлашыусылар ялған сайтҡа күсергә тәҡдим итә, йәнәһе, унда призывниктар исемлеге бар. Хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешле кеше үҙен шундай «база»ла тапҡандан һуң шунда уҡ уға кисектереүҙе һатып алырға тәҡдим ителә.
Шулай уҡ Telegram селтәрендә «хәрби билет алыуҙа ярҙам күрһәтеү» тураһында килешеү төҙөргә тәҡдим итәләр. Бының өсөн анкета тултырыуҙы һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе чат-ботҡа тапшырыуҙы һорайҙар. Әммә иғландарҙа хәрби билет алып бирергә вәғәҙә итмәйҙәр - быны аңларға кәрәк.
Мутлашыу схемалары, «яҡшы юристар» һәм башҡалар тураһында ентеклерәк - объясняем.рф-та (https://vk.cc/cqyehJ)
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
-3 °С
Ҡар