Бер стакан йылы һыуға сүпрә һалып бер 10 мин тирәһе өҫтөн ябып ултыртып торабыҙ. Тоҙ, 0,5 стакан һөт, 1 йомортҡа, 1 аш ҡалағы иретелгән аҡ май һалып ағас ҡалаҡ менән болғайбыҙ, яйлап ҡына он ҡушабыҙ һәм уртаса ҡатылыкта ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙың өҫтөн ябабыҙҙа йылы урынға ултыртып торабыҙ.
1- 1,5 сәғәттә ҡамыр ҡабарып сыға.
Эслекте өсөн:
Ҡамырҙың күләменә ҡарап эслек әҙерләйбеҙ:.
ит турағыстан үткәрелгән иткә һуған ҡушабыҙ ( 2 баш һуған, блендерҙа үткәрергә мөмкин), ҡара борос, ҡыҙыл борос һалабыҙ, бер аҙ һыу ҡушып фаршты бутайбыҙ. Фарш йомшаҡ ҡына килеп сыға.
Ҡамырҙы өлөштәргә бүлеп, беләштәр эшләп ҡыҙған майҙа бешереп алабыҙ.
Беләштәрҙе табаға һалғас, ҡапҡыс менән ябып ҡуябыҙ, беренсенән май сәсрәмәй, икенсенән бәлештең ите тиҙерәк бешә.
Аштарығыҙ тәмле булһын!