Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2023, 07:00

Хәйерле иртә, дуҫтар!

Бөгөн 22 сентябрь (һарысай), йома, йылдың 265-се көнө. Йыл аҙағына тиклем теп-теүәл 100 көн ҡала (Яңы йылға 100 көн!)

Хәйерле иртә, дуҫтар!
Хәйерле иртә, дуҫтар!

Бөгөн көн менән төн тигеҙләшә. Көҙгө тигеҙләнеш – астрономик көҙҙөң башланыуы ул. Был көндә бөтөн Ер шарында көн менән төн оҙайлығы бер тигеҙ – 12-шәр сәғәт.

Көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта кешеләргә бәхет теләгеҙ, ике ҡулығыҙҙы биреп күрешегеҙ! Бер – берегеҙгә яғымлы булығыҙ. Шул ваҡытта күрмәҫ күҙҙәр күрә башлар, телһеҙҙәрҙең теле асылыр, тәнегеҙгә таҙалыҡ, күңелегеҙгә изгелек хисе тулыр. Ижад талап иткән эштәргә тотоноу, оҙаҡҡа һуҙылған эштәрҙе тамамлап ҡуйыу, пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бик уңайлы осор башлана.

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: