Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Октябрь 2023, 16:05

2023 йылдағы көҙгө саҡырылыш тураһында нимә белергә кәрәк?

Башҡортостандан 4 меңдән ашыу егет хәрби хеҙмәт үтеү урындарына оҙатыласаҡ. Хеҙмәткә яңы алынғандарҙы республиканың йыйылма пунктынан октябрь уртаһында оҙата башлау күҙаллана.

Хеҙмәткә саҡырыу йәше – 18 йәштән 27 йәшкә тиклем. Шуға ярашлы, улар – 2005-1996 йылғы ир-егеттәр.

Хеҙмәт итеү ваҡыты элеккесә – 12 ай.

Көҙгө саҡырылыш кампанияһы 2023 йылдың аҙағына тиклем дауам итә. Хәрби хеҙмәткәрҙәр Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре ғәскәрҙәренең бөтә төрөнә, шулай уҡ башҡа федераль башҡарма власть органдарының хәрби частарына эләгәсәк.

Һәр призывник бөтә кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителәсәк.

Хеҙмәткә саҡырылыусылар махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәйәсәк.

Хеҙмәт ваҡыты уҙғандар хеҙмәттән бушатыласаҡ һәм йәшәү урынына үҙ ваҡытында ҡайтарыла.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн булдырылған ҡыҙыу линия телефоны аша өҫтәмә һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин:

📞 8 (347) 228 02 92 – Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатындағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе (эш көндәрендә – 9:00-19:00, ял көндәрендә – 10:00-17:00)

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: