Ауыл уттары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март , 16:15

Башҡортостанда инвалид балаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асылды

1 һәм 4 мартта Башҡортостан прокуратураһында инвалид, шул иҫәптән шәкәр сиренән яфаланған балаларҙы тейешле дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш ойошторола. Был хаҡта күҙәтеү ведомствоһының телеграм-каналында хәбәр ителә.

Хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 8 (347) 272-09-74 телефонына шылтыратып хәбәр итергә мөмкин. Ошо номер буйынса льготалы препараттар, тест-һыҙаттар һәм диагностика саралары биреүҙән баш тартыуҙары тураһында хәбәр итергә мөмкин.

Бынан тыш, балаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү,уларға медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ҡыҙыу бәйләнешенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: 7 (800) 347-47-47, 7 (347) 218-00-48.

Өфөлә гемодиализда булған пациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙеләр, тип хәбәр иткәйне Башинформ.

Сығанаҡ Башинформ

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: