Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
13 Сентябрь 2017, 04:46

БЫЙЫЛҒЫ УҢЫШ – БУРАЛАРҘА, АЛДАҒЫҺЫН ҠАЙҒЫРТЫРҒА ВАҠЫТ

Районда ураҡ эштәре тамамланыуға табан бара. Бөгөн эштең ҡыҙыулығы ырҙын табаҡтарына күскән: уларҙа йыйылған игенде таҙартыу, сорттарға айырыу, орлоҡ һалыу кеүек эштәрҙең иң ҡыҙыу мәле.

Районда ураҡ эштәре тамамланыуға табан бара. Бөгөн эштең ҡыҙыулығы ырҙын табаҡтарына күскән: уларҙа йыйылған игенде таҙартыу, сорттарға айырыу, орлоҡ һалыу кеүек эштәрҙең иң ҡыҙыу мәле.

Әлеге ваҡытта 8 мең гектарҙан ашыу майҙанда, йәғни сәсеүлектәрҙең 80 проценттан күберәгендә иген культуралары йыйып алынған. Гектар ҡеүәте уртаса 16,2 центнер тәшкил итә. Бөгөн Й.Алғошаев, И.Бикбулатов, А.Баканов, Р.Ласынов, Д.Ҡотоев, Г.Үтәшева, И.Үтәшев, Р.Солтангилдин һәм башҡа крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары (бөтәһе 15 хужалыҡ) урып йыйыу эштәрен тамамлаған. Районда иң ҙур хужалыҡтарҙың береһе һаналған Морат Иҫәндәүләтовтың КФХ-һы ла ураҡ эштәрен тамамлаған, фермерҙың улы Ғәзиздең баҫыуҙарында ла урып йыйыу эштәре һуңғы гектарҙарҙа бара.

Ураҡ тамамлана, ә ауыл хужалығы эшсәндәрен алда яңы эш-мәшәҡәттәр көтә – ужым сәсәһе, баҫыуҙарҙы туңға һөрәһе, малдарҙы ҡураларға индерәһе бар. Районда план буйынса 2000 гектар ужым культуралары сәселергә, был эш 15 сентябргә тамамланырға тейеш. Әлегә 200 гектарҙан ашыу майҙан туңға һөрөлгән. Район буйынса планлаштырылған 1900 тонна урынына 2000 тонна орлоҡ һалынған, шуның 1300 тоннаһы – яҙғы бойҙай, 400 тоннаһы – арпа, 200 тоннаһы – һоло, 100 тоннаһы – борсаҡ.

Хужалыҡтарҙа мал аҙығы ла етерлек әҙерләнгән.

Читайте нас: