Ауылдағы яҡшы үҙгәрештәрҙе дәлилләп, Ҡыҙҙар Биргән ауылы урамдарын яңы диодлы фонарҙар яҡтырта башланы. Әлеге мәлдә 9 фонарь ҡуйылған да инде. Бынан тыш, тағы ла 20 фонарь һатып алырға планлаштырыла. Ауыл урамдарын яҡтыртыу проблемаһын үркәстәр үҙ көстәре менән уңышлы хәл итә. Яңы диодлы фонарҙар иҫке электр сымдарын һатыуҙан килгән аҡсаға алына.
– Диодлы фонарҙар күпкә яҡшыраҡ яҡтырта, ә бына электр энергияһын әҙерәк ҡуллана. Бына ниндәй һөҙөмтәле ҡулланыу килеп сыға! – ти ауыл биләмәһе башлығы З.К. Ҡужабаева.
Эш сәфәре барышында район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин Ҡыҙҙар Биргән ауылы халҡы менән осрашты.
– Килеүемдең төп маҡсаты һеҙҙең йәшәйешегеҙ менән яҡынданыраҡ танышыу. Халыҡ мәҡәле лә юҡҡа ғына, йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр, тимәгән бит. Һеҙҙең биләмәгеҙ бар яҡлап та үҙенсәлекле. Бер генә ауылды үҙ эсенә алған биләмә тотош республикала һирәктер ул. Нисек кенә булмаһын, беҙ һеҙҙе артабан да айырым ауыл биләмәһе итеп һаҡлап ҡалырға тырышасаҡбыҙ, – тине Илгиз Лирман улы осрашыуҙы асып. – Дөйөм алғанда, райондың социаль-иҡтисади хәле тотороҡло. Бигерәк тә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ыңғай үҙгәрештәр ҡыуандыра. Быйыл ғына район үҙәк дауаханаһына бер нисә яңы медицина ҡорамалы һатып алынды, юғары квалификациялы ете йәш табип эшкә килде. Ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пунктары эшләй, модулле ФАП-тар асылыуы ла күҙаллана. Юлдарыбыҙ ҙа даими төҙөкләндерелеп тора. Быйыл ғына, мәҫәлән, Кананикольск һәм Шанск ауылын тоташтырыусы сифатлы юл сафҡа инәсәк. Төҙөлөш эштәре федераль программа буйынса финанслана. Былар барыһы ла “ятҡан таш аҫтынан һыу аҡмай” тигән хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Әгәр ҙә беҙ бер йүнәлештә, бер маҡсатта берҙәм эшләйбеҙ икән, тимәк, барыһы ла килеп сығасаҡ. Ошо турала онотмаһаҡ ине беҙ”.