Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

“Өфө топ-моделе” титулы беҙҙең Гөлфиәлә!

Баш ҡалабыҙ Өфөлә беренсе тапҡыр матурлыҡ һәм мода байрамы – “Өфө топ-моделе – 2018” конкурсы үтте. Ҡала моделдәр мәктәбе ҡатнашлығындағы конкурс финалына һигеҙ һылыуҡай сыҡты. Унда сибәрҙәр ижади һәләттәрен күрһәтте. Беренсе урын беҙҙең яҡташыбыҙ, М.Аҡмулла исемендәге педагогия институты студенты Гөлфиә Ҡоҙашеваға бирелде. Һылыуҡай яҡташыбыҙ баһалама ағзалары хөкөмөнә үҙе һалған “Ҡурай” бейеүен сығарып, “Өфө топ-моделе” титулына эйә булды.

– Әле өсөнсө курсты ғына тамамланым, уҡып бөткәс, Ҡытайға барырға уйлайым. Тәжрибә туплау йәһәтенән был бик яҡшы буласаҡ. Әле мәктәптә уҡығанда уҡ бейеү түңәрәгенә йөрөй инем, был белемем бик ярап ҡалды. “Һомай” студияһында хореография дәрестәрен дә алып барам, шуға ла бейеү һалыу минең өсөн ауырлыҡ тыуҙырманы, – тип үҙе менән таныштыра Гөлфиә.

Еңеүсе бүләккә милли биҙәүес әйберҙәр, сертификаттар алды. Гөлфиәне матурлыҡ бәйгеһендә еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Г.Таһирова.

Читайте нас: