Бөтә яңылыҡтар

“Әсәлек даны” өсөн түләү артҡан

Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе арттырғандар.

2019 йылдың 1 ғинуарынан бүләкләгәндә 16 мең 950 һум күләмендә аҡса түләнәсәк.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тейешле указы республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡҡан.

2018 йылда республикала «Әсәлек даны» дәүләт наградаһы булдырылғанға 20 йыл тула. Был ваҡыт эсендә уны 7,5 меңдән ашыу күп балалы әсә алған.

1998 йылдан биш һәм унан күберәк бала тапҡан (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алған) һәм тәрбиәләгән (тәрбиәләүсе) Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәгән (теркәлгән) әсәләрҙе бер балаһы 1997 йылдың 16 апреленән һуң тыуған осраҡта «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү ҡаралған.

«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләүгә балаларын тәрбиәләүгә намыҫлы һәм яуаплы ҡараған, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, балаларҙың һаулығын, белем алыуын, физик, рухи һәм әхлаҡи үҫешеүен тейешле кимәлдә ҡайғыртҡан, уларҙың шәхесен гармониялы үҫтергән, ғаилә һәм бала тәрбиәләү институтын нығытыуҙа өлгө күрһәткән күп балалы әсәләр тәҡдим ителә. Миҙал менән бүләкләүгә һуңғы балаһына бер йәш тулғандан һуң һәм был әсәнең ҡалған балалары иҫән булғанда күрһәтелә. Шулай уҡ әсә кешенең законлы тәртиптә уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған; Ватанды һаҡлағанда һәм йәки башҡа хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә, йә иһә кеше ғүмерен ҡотҡарыу, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау буйынса гражданлыҡ бурысын башҡарғанда һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған, шулай уҡ билдәләнгән шарттарҙа яраланып, контузия алып, ғәрипләнеп йәки ауырып йә иһә хеҙмәт ғәриплеге һәм профессиональ ауырыу һөҙөмтәһендә үлгән балалары ла иҫәпкә алына.