Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙел күпере асылды!

Уҙған аҙнала ремонтланған Ағиҙел күпере буйлап яңы хәрәкәт схемаһы эшләй башланы.

«Ҡаланан иҫке күпер буйлап ике һыҙат буйынса сығырға мөмкин. Әммә унан еңел транспорт ҡына үтә ала, йөк транспортына һәм автобустарға йөрөү тыйылған. Бынан тыш, күперҙә сәғәтенә 40 саҡрым тиҙлек сикләүе индерелгән», — ти белгестәр.

Ингән ерҙә хәҙер махсус сикләү габарит ҡапҡалары һәм юл билдәре ҡуйылған. Күперҙә юл-патруль хеҙмәте экипаждары дежурҙа тора. Һыуыҡта Ағиҙел күперендә сикләүҙәр буласаҡ: улар тураһында киң мәғлүмәт саралары иҫкәртәсәк.

«Күрше яңы күперҙә теге йәки был йүнәлештә һыҙаттарҙы арттырыу мөмкинлеге менән реверсив хәрәкәт һаҡланасаҡ — өс һыҙат ҡаланан сығыуға һәм өс һыҙат — инеүгә», — тип билдәләй белгестәр.

Шул рәүешле, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың күперҙе ремонтлау буйынса йөкләмәһен юл хеҙмәткәрҙәре, Өфө хакимиәте, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре үтәне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ағиҙел күперендә деталдәрҙең туҙыуы сәбәпле быйыл ҡышҡыһын йөк машиналарына хәрәкәт сикләнде, һуңынан транспорт өсөн юл тулыһынса ябылды..

Әйткәндәй, 2018 йылда Башҡортостанда Әлшәй, Баҡалы, Балаҡатай, Белорет, Бүздәк, Ғафури, Дүртөйлө, Иглин, Илеш, Ҡалтасы Шишмә, Кушнаренко, Учалы, Хәйбулла һәм Саҡмағош райондарында 20 күпер ремонтланасаҡ йәки реконструкцияланасаҡ. Был маҡсатҡа ҡаҙнанан 290 млн һумдан ашыу сумма йүнәлтеләсәк.
Читайте нас: