Үткән аҙна аҙағында Өфөләге «Торатау» конгресс-холы янындағы майҙанда Башҡортостандың ҡала һәм район дауаханаларына ашығыс медицина ярҙамы автомобилдәренең асҡыстарын тапшырыу тантанаһы булып уҙҙы.
Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин менән бергә республика дауаханаларының баш табиптарына 23 яңы махсус машина асҡыстарын тапшырҙы. Беҙҙең район тулы приводлы УАЗ алды.
«Бөгөн беҙ федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә һатып алынған ашығыс медицина ярҙамы автомобилдәре асҡыстарын тапшырҙыҡ. Бөгөн тәүге 23 автомобиль район-ҡалаларыбыҙға оҙатыла. Был кешеләрҙең тормошон яҡшыртыр, автомобилдә үк тәүге ярҙам күрһәтергә, ябай ғына тикшереү сараларын башҡарырға мөмкинлек бирер. Шуныһы ла мөһим – был пациенттар өсөн генә түгел, ә табиптар һәм водителдәр өсөн дә уңайлы», – тине Ленара Иванова.
Уның һүҙҙәренсә, республика хөкүмәтенән тағы 172 ашығыс ярҙам автомобилен һатып алыу өсөн аҡса бүленгән, был төбәктең район-ҡалалары автопарктарын һиҙелерлек тулыландырырға һәм яңыртырға тейеш.