Ауыл уттары
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
15 Ғинуар 2019, 11:35

Ветстанцияға яңы автомобиль асҡысы тапшырылды

Үткән йыл аҙағы республиканың ветеринария станциялары өсөн өр-яңы хеҙмәт автомобилдәре алыуҙары менән дә хәтерҙәрендә ҡалыр, моғайын. Был маҡсатта республика бюджетынан йөҙ миллион һум аҡса бүленгән ине.

Үткән йыл аҙағы республиканың ветеринария станциялары өсөн өр-яңы хеҙмәт автомобилдәре алыуҙары менән дә хәтерҙәрендә ҡалыр, моғайын. Был маҡсатта республика бюджетынан йөҙ миллион һум аҡса бүленгән ине.
Беҙҙең район ветеринария станцияһының автомобилдәр паркы ла тулыланды – биопрепараттар һәм дарыуҙар алып йөрөү өсөн һыуытҡыс менән йыһазландырылған махсус “Лада Ларгус” автомобиле алды беҙҙекеләр. Яңы техника ветеринарҙар өсөн ҙур ярҙам буласаҡ һәм малдарҙың ауырыуҙары менән киҫкен хәл була ҡалһа, тиҙ ярҙам күрһәтергә булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, урындарға сығып, профилактика эштәре үткәреү өсөн дә техникалы булыу ҡулай.
Әлеге машиналар ветеринарҙарға малдарҙың ауырыуы менән бәйле осраҡтарҙа кәрәк ергә бик тиҙ барып етергә һәм кәрәкле лаборатор тикшереүҙәрҙе шунда уҡ урында үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Был район территорияһында кешеләр һәм хайуандар өсөн хәүефле булған йоғошло, шул иҫәптән айырыуса ҡурҡыныс сирҙәрҙең таралыу хәүефен кәметергә ярҙам итә.
– Районда эпизоотик хәлдең тотороҡлолоғон тәьмин итеү өсөн беҙгә ошондай техник ярҙам күптән кәрәк ине, – ти Йылайыр ветеринария станцияһы начальнигы Т.Ҡ.Солтанов.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
В.КЛИМОВ фотоһы.
Читайте нас: