Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
17 Ғинуар 2019, 19:01

“Тиҙ ярҙам”ға дәүләт ярҙамы

Уҙған йылдың һуңғы һандарының береһендә Өфөләге “Торатау” Конгресс-холы эргәһендә район дауаханаларының баш табиптарына һәм водителдәргә өр-яңы “Ашығыс ярҙам” автомобилдәре асҡыстары тапшырылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.

Уҙған йылдың һуңғы һандарының береһендә Өфөләге “Торатау” Конгресс-холы эргәһендә район дауаханаларының баш табиптарына һәм водителдәргә өр-яңы “Ашығыс ярҙам” автомобилдәре асҡыстары тапшырылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Шуныһы һөйөнөслө, ул бәхетлеләр исемлегендә беҙҙекеләр ҙә бар ине – Йылайыр үҙәк район дауаханаһы өр-яңы УАЗ-лы булды. Бөгөн килеп тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиғаны һөйөнсөләргә ашығабыҙ – медицина учреждениеһының автопаркы тағы бер “ГАЗель” автомобиле менән тулыланды!
Дауаханалар өсөн В класлы автотранспорт, Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы, федераль ҡаҙ-нанан бүленгән аҡсаға һатып алынған. Дөйөм алғанда, республикабыҙға 49 медицина ярҙамы машинаһы тапшырылған. Автомобилдәр бөтә стандарттарҙы иҫәпкә алып эшләнгән, ГЛОНАСС системаһы, кондиционер, йылытҡыстар, тауышты көсәйтеү ҡулайламалары, үпкәне яһалма елләтеү ҡорамалдары, дефибриллятор, электрокардиограф, пациенттарҙы күсереү һәм ташыу һәм башҡа саралар менән йыһазландырылған.
Райондың баш табибы Н.М. Ғиләзетдинов белдереүенсә, киләсәктә район халҡының сәлә-мәтлеген һаҡлауҙа, кеше-ләргә ваҡытында ашығыс ярҙам күрһәтеүҙә был автомобилдәрҙең файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Техника паркының яңыртылыуы әле үк яҡшы һөҙөмтәләрен күрһәтте. Гемодиализға йөрөүселәр өсөн, мәҫәлән, хәҙер махсус машина бүленгән, мәрхүм булғандарҙы ташыу өсөн дә айырым техника ҡа-ралған. Наил Мәрхәм улы билдәләүенсә, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын техника менән тәьмин итеү буйынса маҡсатлы эш артабан да дауам ителәсәк.
З. ҺИҘИӘТОВА.
В. Климов фотолары.
Читайте нас: