Башҡортостан Республикаһы автономияһының 100 йыллығы йылында Бәрҙәш ауыл биләмәһе халҡы бына тигән бүләк алды – биләмә үҙәгендә өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Нимә ул модулле ФАП? Ул ҡаты каркаслы блок-контейнерҙарҙан тора, стеналары сэндвич-панелдәрҙән эшләнгән. Ныҡлығы буйынса модулле бина капиталь ҡоролмаларҙан һис тә ҡалышмай. Бинаның эсендә фельдшер кабинеты, процедуралар кабинеты, көтөп ултырыу урыны, гардероб һәм санузел бар. Ҡоролманың хаҡы 2 миллион һум тирәһе тәшкил иткән.
“Ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү” маҡсатлы программаһы сиктәрендә төҙөлгән учреждение заманса талаптарға тулыһынса яуап бирә. Бында фельдшер булып йәш, өмөтлө белгес Иван Соколов эшләй. Яңы ФАП төҙөлөүе ауыл биләмәһе халҡына беренсел медицина ярҙамын тиҙ алырға, уның сифатын, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. ФАП, Бәрҙәш ауылынан тыш, Сосновка, Үрге Казарма һәм Новоалександровка ауылдарында йәшәүсе 560 тирәһе кешене хеҙмәтләндерәсәк, шуларҙың 135-е – балалар.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Ә.С.Байсурин һәм Р.Й.Нагаев, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Б.Н.Мелкоедов ҡатнашты.
Яңы ФАП-ты асыу тантанаһына йыйылған халыҡты сәләмләп, район башлығы бөгөн районда иң тәүге модулле ФАП асылыуын, яҡын киләсәктә районда 10-дан ашыу ошондай медицина учреждениелары төҙөләсәген әйтте, тантанала ҡатнашҡан депутаттарға районда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә булышлыҡ иткәндәре өсөн халыҡ исеменән рәхмәт белдерҙе.
Шунан яңы медицина учреждениеһы асылыуы айҡанлы ҡотлау һүҙҙәре менән халыҡҡа Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров мөрәжәғәт итте. “Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ, уны һаҡларға, сирҙе иртә асыҡлап, уны ваҡытында дауаларға кәрәк. Хәҙер бының өсөн ауыл халҡының мөмкинлектәре артты”, - тине Зариф Закир улы. Шулай уҡ З.З.Байғусҡаров, ауылдың киләсәге – балалар, улар күберәк булырға тейеш, шул саҡта ғына ауылдарҙа ФАП-тар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, бүтән социаль объекттар төҙөүҙең мәғәнәһе буласаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды, ауыл биләмәһе халҡына һаулыҡ, изгелектәр һәм уңыштар теләне.
Тантанаға йыйылған кеше-ләрҙе шулай уҡ Бәрҙәш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы С.Н.Трофимов, райондың баш табибы Н.М.Ғиләзетдинов, ауылдың ихтирамлы кешеһе, медицина хеҙмәте ветераны Л.А.Захарова ҡотлап сығыш яһаны.
Һәм бына тантаналы мәл етә – хөрмәтле ҡунаҡтар медицина учреждениеһының тупһаһы алдына тартылған ал таҫманы ҡырҡа. Фельдшер-акушерлыҡ пункты асыҡ тип иғлан ителә.
Ошо уҡ көндө яңы ФАП-та ауыл халҡын үҙәк район дауаханаһы терапевы Т.Ф.Шалухина ҡабул итте.