Ауыл уттары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Подъездар ремонтлана

Күп ҡатлы йорттарҙың байтағында подъездар насар хәлдә булыуын иҫәпкә алып республикала комплекслы ремонтлау буйынса программа ҡабул ителеүе, ремонтҡа аҡса республика һәм муниципалитет ҡаҙнаһынан бүленеүе тураһында гәзит уҡыусылар хәбәрҙар инде. Подъездарҙы ремонтлау стеналарҙы буяу менән генә сикләнмәй.

Комплекслы алып барыласаҡ эштәр барышында йорттарҙың инеү ишектәре һәм баҫҡыс майҙансыҡтарындағы тәҙрәләр яңыртыла,почта йәшниктәре һәм башҡа урындар төҙөкләндерелә. Был комплекслы программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән.
Ошо ваҡыт эсен-дә ремонт талап ителгән подъездарҙың ба-рыһы ла икенсе йәшлеген кисерәсәк.
Подъездарҙы ремонтлау программаһы беҙҙең районда ла старт алды. Әлеге ваҡытта Йылайырҙа бер нисә күп фатирлы йорттоң подъездарында ремонт эштәре бара. Быйыл 644 мең 212 һумға 5 подъезды ремонтлау күҙаллана.
Уҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр барышы менән танышты. Район башлығы ремонтсы эшселәр, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр, йорттар советы ағзалары менән һөйләште, һорауҙарға яуап бирҙе, теләктәрен әйтте.
Был эштәрҙе башҡарғанда, иң мөһиме, йортта йәшәүселәр менән кәңәшләшеп эшләү. Ремонтты тамамлағандан һуң да эште подъездағы фатирҙар хужалары ҡабул итеп алырға тейеш. Программаның маҡсаты ла – күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙе ремонтта ҡатнашыуға, уға булышлыҡ итеүгә йәлеп итеү. Халыҡ әйтмешләй, үҙең тапҡан аш – татлыраҡ, үҙең тапҡан мал – ҡәҙерлерәк була бит.
Район үҙәгендәге күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау бер нисә этапҡа бүленгән. Беренсе этап – апрелдән июнгә тиклем, икенсе этап – июндән авгусҡа тиклем, өсөнсө этап – августан октябргә тиклем, ә дүртенсе этап октябрҙән ноябргә тик-лем уҙғарылырға тейеш. Беренсе этапта Ҡыҙыл партизандар урамындағы 91-се, 87-се һәм Ленин урамындағы 115-се йорттарҙың подъездары ремонтлана.
Гөлгөнә БАЙСУРИНА.
Читайте нас: