2019 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме йәшәү минимумы менән тигеҙләште һәм ул 11 280 һумға тиң. Башҡортостанда Урал коэффициентын иҫәпкә алып – 12 972 һум.
Эш биреүселәр федераль МРОТ-тан түбәнерәк эш хаҡы билдәләй алмай, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында. Был ҡағиҙә бюджет, шулай уҡ коммерция ойошмаларына ҡағыла.
«Аҙыраҡ алғандар — хоҡуҡтарҙы яҡлау өсөн беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ, — тип тәҡдим итте Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының хоҡуҡи күҙәтеү бүлеге етәксеһе Гөлнара Ишмөхәмәтова. — Бындай осраҡтар кәмей. Тәжрибә күрһәтеүенсә, эш биреүселәр закондың ошо нормаһы хаҡында белә һәм уны үтәргә тырыша, ләкин бәхәстәр, әлбиттә, тыуып тора. Шуны белергә кәрәк: эш сәғәтенән тыш, шулай уҡ төнгө ваҡытта, ял һәм байрам көндәрендә эшләгән өсөн түләнгән аҡса билдәләнгән МРОТ-ҡа инергә тейеш түгел».
Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 13% килем һалымын үҙ эсенә алыуын иҫтә тоторға кәрәк.