Әле Анновка ауылында төҙөләсәк модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктының нигеҙе һалынған. Бина каркасының конструкцияһын төҙөү менән Пермь өлкәһенең Чусовой ҡалаһындағы “Стройсервис” ЯСЙ-һы төҙөүселәре булыша. Иретеп-йәбештереүселәр А.М.Ғүмәров, А.В.Чикишев һәм йыйып-ҡороусы А.С.Казанцевтар билдәләүенсә, бер-нисә көндән монтажлау эштәре тамамланасаҡ.
Практика күрһәтеүенсә, модулле ФАП бинаһын күтәреп ултыртыу өсөн бик аҙ ваҡыт сарыф ителә. Аҙаҡ иһә уны төҙөкләндереү, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу эштәрен тормошҡа ашырыу ғына ҡала. Анновка һәм уның янындағы ауылдар халҡы тиҙҙән заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктында хеҙмәтләндереләсәк.