Ошоға тиклем Йылайыр районы буйынса мировой суд бер ҡатлы иҫке ағас йортта эшләп килде. Бөгөнгө көндә ул заманса йыһазландырылған һәм ремонтланған Н.Р. Ириков исемендәге урта мәктәп бинаһының икенсе ҡатына күсте. Унда судҡа килгән һәр кеше ҡанунға хөрмәт тойғоһо кисерһен, ә хеҙмәткәрҙәргә уңайлы булһын өсөн бар шарттар булдырылған. Суд бинаһы видеокүҙәтеү, янғын сигнализациялары, полиция хеҙмәткәрҙәрен ашығыс саҡырыу төймәһе, металлодетектор, компьютер, мебель һәм офис техникаһы менән йыһазландырылған ултырыш залы, судья һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр кабинеттарынан тора.
Бинаны асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы
И. Л. Фәтҡуллин, Башҡортостан Республикаһы юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы В.И. Спеле, Башҡортостан Республикаһы юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары С. Х. Ишморатова һәм райондың хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре килде.
Сара хөрмәтле ҡунаҡтарҙы, йылайырҙарға хас ҡунаҡ-сыллыҡ күрһәтеп, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алыуҙан башланды. Шунан һуң алып барыусылар һүҙҙе район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллинға бирҙеләр. Илгиз Лирман улы, йыйылғандар алдында сығыш яһап, район юстиция идаралығын иғтибарһыҙ ҡалдырмаған өсөн республика етәкселегенә һәм ремонт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан һәр кешегә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, бында төптән уйланылған ғәҙел ҡарарҙар ҡабул ителеренә ышаныс белдерҙе.
Артабан һүҙ Башҡортостан Республикаһы юстиция эштәре буйынса Дәү-
ләт комитеты рәйесе вази-фаһын башҡарыусы В. И. Спелеға бирелде. Үҙенең сығышында Владимир Иванович граждандарҙың судҡа мөрәжәғәт итеүе – хоҡуҡи дәүләттең төп билдәләренең береһе икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды, мировой суд хеҙмәткәрҙәренә яңы һәм уңайлы бинала уңышлы эштәр теләп ҡалды.
Тантананың кульминаци-яһы – ҡыҙыл таҫманы ҡырҡыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллинға, Башҡортостан Республикаһы юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы В. И. Спелеға һәм Йылайыр районының мировой судьяһы С. В. Вязоваяға бирелде.
Ҡыҙыл таҫма ҡырҡылғандан һуң, сараға йыйылғандарҙы суд бинаһы буйлап экскурсияға саҡырҙылар. Һәр бүлмәне ҡарап сыҡҡас, мировой суд хеҙмәткәрҙәре, уларҙың хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән коллегалары һәм хөрмәтле ҡунаҡтар өсөн ултырыштар залында йыйылыш ойошторолдо. Уның барышында Илгиз Лирман улы ремонт эштәренә булышлыҡ иткән, яңы суд бинаһын булдырыуға үҙ өлөшөн индергән хоҡуҡ һағында тороусыларға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Байрам булғас, был көндө күп йылы теләктәр әйтелде, бүләктәр тапшырылды. Ләкин иң яҡшы бүләк, әлбиттә, ул – заманса, йылы һәм яҡты ғәҙеллек йорто.