Бәләкәй булһалар ҙа, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ сифаттарын күрһәтергә өлгөргән улар. Уларҙың батырлығы арҡаһында кеше ғүмерҙәре ҡотҡарылған. Мәҫәлән, Шаран районынан 12 йәшлек Артем Урсаев менән 13 йәшлек Илгиз Далжанов 2017 йылдың майында һалдан тәрән һыуға тайыл китеп ҡолаған икенсе класс уҡыусыһын ҡотҡарған. Бишбүләк районынан 12 йәшлек Инсаф Миһранов иһә оло йәштәге кешегә ярҙамға килә. Кәмәлә йөҙөп йөрөгәндә ул тыны быуылып яр ситендә ятҡан ир кешене күреп ҡала, баҡһаң, уның астма өйәнәге башланған икән. Малай аптырап ҡалмай, пенсионерҙы тиҙ генә кәмәһенә күсереп ултыртып, икенсе ярға алып сыға, унда уларҙы ҡотҡарыусылар бригадаһы ҡаршылай.
Форумда ҡатнашыусыларға бүләктәрҙе Рәсәй Федерацияһы Геройы, Дәүләт Думаһы депутаты, летчик-космонавт Максим Сураев, “Берҙәм Рәсәй” партияһы үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Максим Руднев, “Берҙәм Рәсәй” партияһының генераль советы ағзаһы, партияның Мәскәү ҡала төбәк бүлексәһе секретары Андрей Метельский, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Мәскәү ҡалаһы буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Андрей Мищенко, “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” Мәскәү ҡала бүлексәһе етәксеһе Денис Аширов һәм башҡалар тапшырған.
2020 йылда “Йәш геройҙар форумы” өсөнсө тапҡыр Башҡортостанда уҙғарыласаҡ. Уны “Берҙәм Рәсәй” партияһының Йәш гвардияһы” төбәк бүлексәһе ойошторасаҡ.