Был объект “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса төҙөлгән (подрядсыһы Ю.Й.Айытҡолов). Проектты тормошҡа ашырыуға бер миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Сауҙа павильоны аҙыҡ-түлек магазинынан, баҙар прилавкаһынан, ял итеү, ҡапҡылап алыу өсөн өҫтәл-ултырғыстарҙан тора. Магазин кәрәкле ҡорамалдар,компьютер, касса аппараты менән йыһазландырылған. Баҙар прилавкаһы ла иркен һәм уңайлы итеп төҙөлгән. Хәҙерге заман өсөн тағы бер мөһим уңайлығы – wi-fi технологияһы буйынса интернетҡа сығыу мөмкинлегенең булыуы.
Сауҙа павильонын асыу тантанаһында район хаки-
миәте башлығы И.Л. Фәт-ҡуллин, уның инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары М.А.Люляев, Ҡашҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы З.Р.Зәйнуллина, ике ауыл халҡы ҡатнашты.
– “Урындағы башлан-ғыстарҙы яҡлау программаһы” беҙҙең районда баштан уҡ яҡшы эшләп килә: 2014 йылдан алып 61 миллион һумлыҡ 55 проект ғәмәлгә ашырылған. Бында һәр ауылыбыҙҙың өлөшө бар. Былар барыһы ла үҙебеҙ өсөн, беҙҙең балалар өсөн эшләнә, – тине Илгиз Лирман улы павильонды асыу тантанаһында. – Сауҙа павильоны замана талаптарына тап килтереп эшләнгән. Был урын районыбыҙҙың халҡын, ҡунаҡтарын тартып торһон, киләсәктә киңәйеп, бынан кешеләр өҙөлмәһен!
Ҡашҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы телмәрендә сауҙа павильоны ауыл Советы ҡарары менән “Патриот” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы (етәксеһе В.Ю.Тусалин) ҡарамағына тапшырылыуын, бында ауылдарҙың һәр кешеһе үҙе етештергән продукцияһын һата алыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ҡыҙыл таҫманы ҡырҡыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллинға, уның урынбаҫары М.А.Люляевҡа һәм “Пат-риот” кооперативы етәксеһе В.Ю.Тусалинға бирелде.
Таҫма ҡырҡылғандан һуң, сауҙа павильонының магазины тәүге һатып алыусыларҙы ҡабул итһә, теләге булғандар өҫтәлдәргә теҙелгән тәм-томдар менән ҡайнар самауыр сәйе эсеп, йылынып алды.
Халыҡ үҙе һайлап ғәмәлгә ашырған проект – “Уңыш” сауҙа павильоны кешеләр мәнфәғәтенә оҙаҡ йылдар уңышлы хеҙмәт итһен!