Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
16 Ғинуар 2020, 16:40

Бәпес ҡайтты ,бәпес ҡайтты ...

Бәпес ҡайтты ,бәпес ҡайтты, Өйөбеҙгә ҡояш ҡалҡты: Аҡ биләүҙә серле йомаҡ, Илауы ла моңло һымаҡ. Бәпес ҡайтты ,бәпес ҡайтты, Мәшәҡәт һәм шатлыҡ артты. Башлана бер яңы ғүмер. Ниҙәр белер ,ниҙәр күрер?! Күҙкәйҙәре- ике сатҡы, Үтер юлы булһын яҡты. Тыуған өйгә , тыуған ергә Хужа булып бәпес ҡайтты. Гөлфиә Юнысова

Балалар - тормош гөлдәре. Ҡурсаҡтай ғына сабыйға ҡарап, һәр кем бар ҡайғыларын һәм мәшәҡәттәрен оноталыр. Ә ғаиләлә бәпес тыуыуы – һәр саҡ көтөп алынған бәхетле ваҡиға.
Үткән 2019 йылда беҙҙең бала табыу йортонда 62 бала донъяға килә. “ЗАГС”-та теркәлгәндәр һаны – 120-гә тигеҙ. Райондаштарыбыҙҙың бала тыуыу бәхеттәрен уртаҡлашабыҙ! Һәр сабый, ата-әсәһен ҡыуандырып, сәләмәт булып буй еткерһен!
Читайте нас: