Ауыл уттары
-3 °С
Облачно

ЙЫЛАЙЫРҘА МӘҘӘНИӘТ УСАҒЫ ЯҢЫРТЫЛА

Бөгөнгө көндә Йылайыр ауылының 300 урынлыҡ ял һәм мәҙәниәт үҙәгендә капиталь ремонт эштәре бар. Учреждениеның яңырыуы Рәсәй Президенты В.Путиндың май указындағы “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Район үҙәгендәге был мәҙәниәт йорто бинаһы 1998 йылда төҙөлгән. Быйыл, капиталь ремонт барышында, уның йылытыу системаһын, электр сымдарын алыштырыу, фасадын, иҙәнен, ишектәрен яңыртыу эштәре ҡаралған. Капиталь ремонтты финанслау күләме 20 миллион һум тәшкил итә. Ремонт эштәре өс подрядсы ойошма эшселәре тарафынан башҡарыла. Яңыртылған бинаны файҙаланыуға 2020 йылдың сентябрендә тапшырырға йыйыналар.
БР-һының мәҙәниәт министры Әмина Ивниевна Шафиҡова билдәләүенсә, яңыртылған мәҙәниәт усағы халыҡ яратып килгән күп функциялы һәм уңайлы урынға әйләнергә тейеш.
Читайте нас