Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
1 Ғинуар 2021, 02:00

Сәләх ауылында ла мәсет буласаҡ

Сәләх ауылы оҙаҡ йылдар мәсетһеҙ булды. Ләкин кеше йәшәгән һәр ергә Аллаһ йорто кәрәктер: сәләхтәр изге ғәмәлде күтәреп, мәсет төҙөүҙе хуплап сыҡтылар.

Сәләх ауылы оҙаҡ йылдар мәсетһеҙ булды. Ләкин кеше йәшәгән һәр ергә Аллаһ йорто кәрәктер: сәләхтәр изге ғәмәлде күтәреп, мәсет төҙөүҙе хуплап сыҡтылар.
Бынан бер-ике йыл элек нигеҙ ташы һалынған Сәләх ауылы иман йортонда эштәр әкренләп тамамланыуға бара. Әлеге көндә мәсет тыштан профнастил менән көпләнгән, эске стеналар обой йәбештерергә әҙерҙәр. Алда ишек ҡуйып, ингән ерҙе рәтләү кеүек башҡа эштәр көтә.
Мәсетте Сәләх ауылында йәшәүселәр һәм шунда тыуып-үҫкән, әммә хәҙер икенсе яҡтарҙа донъя көткәндәр үҙ көстәре менән төҙөйҙәр. Уңайлы мәлен табып, өмәләргә сығалар, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр, бала-саға ең һыҙғанып төҙөлөш эштәрендә ҡатнашалар, аҡсалата ярҙам күрһәтәләр.
Мәсет – Аллаһ йорто, бында никах уҡыла, яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушыла, ғибәҙәт ҡылына, дин ҡәрҙәштәребеҙ күңелдәге изгелеген башҡаларға өләшә. Иман йорто булған ауыл – ҡотло була. Тиҙҙән, Аллаһ бирһә, Сәләх ауылы мәсете асылыу тантанаһы тураһында ла яҙырға насип булһын.
Читайте нас