Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
26 Ғинуар 2021, 12:09

Айгиз Азаматовҡа юғары награда...

Ғаилә башлығы – Ильдус Йылайыр районы Байғужа ауылында тыуып үҫкән, Фәнүрә Юлдыбай ауылы ҡыҙы..

Декабрь аҙаҡтарында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында бөйөк шағирыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларҙа ҡатнашыусыларға, Халыҡ шағирының 100 йыллыҡ юбилейына ҙур өлөш индереүселәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Был исемлектә беҙҙең райондаштарыбыҙ, хәҙерге ваҡытта Сибай ҡалаһында йәшәүсе Ильдус һәм Фәнүрә Азаматовтарҙың Айгиз исемле улы ла бар. Ғаилә башлығы – Ильдус Йылайыр районы Байғужа ауылында тыуып үҫкән, Фәнүрә Юлдыбай ауылы ҡыҙы.
Әле Сибай ҡалаһындағы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт гимназияһының 4 синыф уҡыусыһы Айгиз Азаматов был юғары награданы Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәре буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмында ҡатнашҡаны өсөн алған.
Читайте нас: