Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҡташыбыҙ – Хәйбулла районының почетлы гражданы

Ошо көндәрҙә күрше райондан ҡыуаныслы хәбәр килде: Хәйбулла муниципаль районы Советы ҡарары менән Зада (Шәйехзада) Рәхимйән улы Исҡужинға райондың почетлы гражданы исеме бирелгән.

Ошо көндәрҙә күрше райондан ҡыуаныслы хәбәр килде: Хәйбулла муниципаль районы Советы ҡарары менән Зада (Шәйехзада) Рәхимйән улы Исҡужинға райондың почетлы гражданы исеме бирелгән.
З.Р.Исҡужин 1931 йылда Йылайыр районының Мәҡсүт ауылында тыуған. Атаһы төрлө дәүләт хеҙмәте вазифаларында эшләү сәбәпле, уға Юлдыбай, Матрай, Яманһаҙ ауылдарында йәшәргә тура килә. Яманһаҙ ауылынан һуғышҡа киткән атаһы яу яланынан әйләнеп ҡайтмай. Атайһыҙ ҡалғас, ғаиләләге дүрт баланың иң өлкәне булған Шәйехзадала тырышлыҡ, бүтәндәр өсөн яуаплылыҡ тойғоһо бик иртә барлыҡҡа килә.
Яманһаҙҙа ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1947 йылда 109-сы йылҡысылыҡ заводында хисапсы булып эш башлай, һуңынан бер аҙ зоотехник вазифаһын да башҡара. Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ошо уҡ хужалыҡта шофер булып эшләй. Юлдыбай мәктәбендә экстерн булып урта белем ала һәм 1958 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон ҡыҙыл диплом менән тамамлай.
1963 йылдан Зада Рәхимйән улы Хәйбулла районының тәүҙә “Хәйбулла”, һуңынан “Аҡъяр” совхоздарында директор булып эшләй. Хаҡлы йылға сыҡҡас, Татырүҙәк ауыл биләмәһе хакимиәтен етәкләй.
З.Р.Исҡужин намыҫлы хеҙмәте, эштәге юғары ҡаҙаныштары өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, “Райондың атҡаҙанған сиҙәмсеһе” тигән маҡтаулы исемдәргә, тиҫтәгә яҡын миҙалдарға, бихисап Маҡтау грамоталарына лайыҡ була. Ошоларға хәҙер “Хәйбулла районының почетлы гражданы” исеме лә өҫтәлде.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса алты тиҫтә йылға яҡын ғүмерен күрше районда йәшәп үткәргән, шунда тырыш хеҙмәте, өлгөлө тормошо менән ҙур абруй ҡаҙанған, 90-сы йәшен тултырып килгән арҙаҡлы яҡташыбыҙ бөгөн Татырүҙәк ауылында йәшәй.
Зада Рәхимйән улын юғары исем алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. Беҙ, яҡташтары, уның менән хаҡлы ғорурланабыҙ.
Ильяс ТАКАЛОВ.
Читайте нас: