Ауыл уттары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
24 Сентябрь 2021, 16:45

Алға, «Юлдаш»! Алға, “Орлан”!

Киләһе аҙна башында, 27 сентябрҙә, тиҙ йөрөшлө “Орлан” поезында республикабыҙ өсөн мөһим булған Өфө – Ырымбур тимер юл маршруты асыла. Шулай уҡ быйыл Ырымбурҙағы Карауанһарай тарихи-архитектура комплексына 175 йыл тула. Ә ысын халыҡ радиоһы булған “Юлдаш” бындай һоҡланғыс ваҡиғаларҙан ситтә ятып ҡала аламы инде? Әлбиттә, ҡала алмай. Һәм радиожурналистар...

Алға, «Юлдаш»! Алға, “Орлан”!
Алға, «Юлдаш»! Алға, “Орлан”!

...ошо ике ваҡиғаны бергә берләштереп, бер ыңғай тиҙ йөрөшлө поездың уңайлыҡтарын да үҙҙәрендә һынап ҡарамаҡ булып, 27-һендә “Орлан”да Өфөнән Ырымбурға юлланырға тора. Юлда һәм Ырымбурҙа күргәндәрен улар, әлбиттә, тыңлаусыларына, подписчиктарына һәм телетамашасыларына һөйләйәсәк. Ә 28-е иртәнсәк “Теге өсәү” Ырымбурҙан эфирға сығасаҡ.

Ырымбуо өлкәһендә “Юлдаш” радиоһының ике тапшырғысы урынлаштырылған, береһе – Ҡыуандыҡта, икенсеһе, Красногвардейск районының Плешаново ауылында.

“Бында беҙҙең радионы тыңлаусылар күп, – тиҙәр “юлдаш”тар. – Улар менән күптән осрашып һөйләшкебеҙ килә ине. Радио коллективы менән бергә БСТ-ының да төшөрөү төркөмө бара, төбәктең ҡыҙыҡлы кешеләре, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн күп нәмәләр эшләгән үҙ халҡының патриоттары тураһында тапшырыуҙар төшөрөргә мөмкинлек буласаҡ.

Беҙ барлыҡ социаль селтәрҙәрҙә, радио һәм телеэфирҙа сығасаҡбыҙ. Был сәфәр тыңлаусылар өсөн дә, радиостанция коллективы өсөн дә яңы офоҡтар асыр, яңы дуҫтар табышыр, берләштерер, ошондай еңел булмаған ваҡытта оптимизм өҫтәр, тип ышанабыҙ. Алға!”

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: