Ауыл уттары
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Мәскәүҙә башҡорт бейеүен танытҡан башҡорт егете ул – Ансар!

Яңыраҡ Мәскәүҙә республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың баш ҡала вуздары студенттары һәм Мәскәү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуы булды. Осрашыу һуңынан Радий Фәрит улы әүҙем йәштәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Мәскәүҙә башҡорт бейеүен танытҡан башҡорт егете ул – Ансар!
Мәскәүҙә башҡорт бейеүен танытҡан башҡорт егете ул – Ансар!

Талантлы, йәмәғәт эшенә башкөллө бирелгән һәм әүҙемлектәре менән айырылған йәштәр араһында Йылайыр районы егете – Ансар Исҡужин да бар!

Рәсәйҙең баш ҡалаһы Мәскәү ҡалаһында башҡорт бейеүен танытҡан, башҡорт мәҙәниәтен үҫтергән райондашыбыҙ Ансар Хәлит улы Исҡужинды Республика Башлығы ҡулынан Рәхмәт хаты алыуы менән ҡотлайбыҙ! Уға Мәскәүҙәге ҙур сит ил компанияһы хеҙмәтендә, шулай уҡ йәмәғәт эшендә уңыштар теләйбеҙ!

(Ансар Исҡужин тураһында тулы мәҡәләне "Ауыл уттары" гәзитенең 12-се һанында уҡығыҙ).

Фото Исҡужиндарҙың шәхси архивынан алынды.  

Мәскәүҙә башҡорт бейеүен танытҡан башҡорт егете ул – Ансар!
Мәскәүҙә башҡорт бейеүен танытҡан башҡорт егете ул – Ансар!
Мәскәүҙә башҡорт бейеүен танытҡан башҡорт егете ул – Ансар!
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: