Илназ Йылайыр башҡорт гимназияһында белем ала. Бәләкәйҙән сәхнәгә һәм сәнғәткә ғашиҡ егет Йылайыр балалар ижад мәктәбенең бейеү класын тамамлай. Әлеге ваҡытта Сибай сәнғәт колледжында уҡый. Башҡорт, марий, татар, рус, кавказ бейеүҙәрен оҫта башҡарған егеткә «Ете егет» проектында яңы һөнәрҙәр үҙләштереүендә уңыштар теләйбеҙ!
Илназдың уҡытыусылары ла, туғандары ла, дуҫтары ла уның проектта лайыҡлы сығыш яһарына ышана һәм уға ысын күңелдән еңеү теләй.
«Һис шикһеҙ, үҙләштерер һәм, иманым камил, еңеп сығыр уҡыусым. Афарин, Илназ! Уңыштар теләйем! Шундай ҙур проектта ҡатнашыуың ғына ла оло баһа , еңеү», –ти уҡытыусыһы Гөлшат Алғошаева.
«Илназ – минең ейәнем, Аллаға шөкөр ниндәй эшкә тотонһа ла, ҡулынан килә, бында ла бирешмәҫенә ышанам, һынатмаҫ тип уйлайым.Уға уңыштар,тәүәккәллек, түҙемлек, һаулыҡ һәм еңеү яуларға насип булһын тип теләйем, алға һәм алға! » – ти өләсәһе Роза Вәлиева.
Әйткәндәй, «Ете егет» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла.