Сығыштары һәм ауыл халҡы инициативаһы менән эшләнгән яҙыу коллектив хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора. Һәр кем тыуған ауылы, тыуған төйәгенә һөйөү һәм хәстәрлеген күрһәтә. Уны төҙөү өсөн ауыл халҡы һәм сығыштары менән Мәҡсүттән булыусылар күп көсөн һалды һәм матди ярҙам күрһәтте. Ауылдың исеме менән арт-объект булдырыуҙың башланғысында сығыштары менән ошо ауылдан булған, хәҙерге көндә сит тарафтарҙа йәшәүсе Гөлкәй Һиҙиәт ҡыҙы Байсурина һәи Рәмилә Йомабай ҡыҙы Ҡаҙнабаева тора.
Билдәле булыуынса, «Атайсал» Республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 2021 йылда булдырылғайны. Йәмәғәтселек программаһы, ысын мәғәнәһендә, илһөйәр кешеләрҙе берләштерҙе. 2021 йылдан «Атайсал» проекты тормошҡа ашырыла башланы. Ул республика халҡының көнүҙәк проблемаларын хәл итеүгә, тыуған яғының яҙмышына битараф булмаған меценаттарҙың тормошон еңеләйтеүгә йүнәлтелә.
«Атайсал» проекты өсөн республиканың дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы махсус сайты бар. Әгәр ҙә программала ҡатнашырға теләһәгеҙ, ataisal.ru һылтанмаһы буйынса теркәлеп, халыҡҡа ҡыҙыҡлы проект тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирегеҙ. Бер аҙ ваҡыттан «Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы вәкилдәре һеҙҙең менән бәйләнешкә инеп, мәғлүмәтте йәнә бер тапҡыр асыҡлар һәм шунан уны сайтта урынлаштырырҙар.