Музей «Атайсалға изге эштәр» проекты сиктәрендә тамырҙары Сәләх ауылына тоташҡан, хәҙерге көндә Өфөлә йәшәүсе Сәләх Мортаевтың ейәнсәре Вәғиҙә Солтанғолова инициативаһы менән булдырылды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башлап ебәргән «Атайсал» проекты республикабыҙҙа ҙур популярлыҡ яулай һәм ул бөгөнгө көндә халыҡ-ара масштабҡа эйә.
«Һәр кешенең йөрәгенә айырыуса ҡәҙерле булған урын бар. Донъяға ауаз һалған, тәүге аҙымдарын яһаған, тормоштағы төп һүҙҙәрҙе әйткән урын – бәләкәй тыуған ил. Уның менән бәйле йылы хистәр мәңгегә беҙҙең менән ҡала, йәнде йылыта,» – ти Радий Хәбиров
Сараның тантаналы өлөшөндә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марс Солтанов, Өфөләге яҡташтар берлеге рәйесе Юнер Вәлеев, Йылайыр районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлсәсәк Иғдәүләтова һәм Сәләх Мортаевтың 104 вариҫы ҡатнашты. Сәләх Мортаевтың иң оло ейәнсәре Мәрйәм инәй Һеләүһенова һәм иң кесе тыуасары Айзилә Мортаева ла килде сараға.
Сара башында йорт фасадына таҡтаташ ҡуйылды. Уны ауылдың ағинәйҙәре, Сәләх Мортаевты күреп, белеүсе Хәмиҙиә инәй Рәмова һәм Фәрзәнә инәй Иҫәнбаева асты.
Музей таҫмаһын ҡырҡыу хоҡуғы Марс Солтанов, Рөстәм Тотманов һәм Вәғиҙә Солтанғоловаға бирелде. Сараға килеүселәрҙе тарихи йортҡа үтергә саҡырып, Вәғиҙә Фазылйән ҡыҙы һәр экспонат менән таныштырып сыҡты. Музейҙы булдырырға ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдерҙе.
Йыйын аҙағында Сәләх Мортаевтың изге рухына бағышланған ҡорбан ашы үтте.