Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эльмира Рәмова “Ташлама, йырым” китабын ҡулына алып һөйөндө

Ҡашҡар ауылында тыуып үҫеп, тиҫтәләгән йылдар Йылайырҙа йәшәгән Эльмира апай Рәмова күптәргә таныш. Ул әүҙем йәмәғәтсе лә, ҡул оҫтаһы ла. Беҙ уның бер шәлкем шиғырҙарын гәзит биттәрендә лә, “Ауыл уттары” сайтында ла баҫып сығарған инек.

Шиғырҙар йыйынтығы китабы Эльмира апай өсөн балаларынан ҙур бүләк булған. Сөнки унан йәшертен генә балалары юбилей бүләге итеп баҫтыртҡан.
“Был минең өсөн сюрприз-бүләк булды,” ти Эльмира апай.
Ҡотлайбыҙ!!! Эльмира апайға иҫәнлек-һаулыҡ теләп, унан яңы китаптар көтөп ҡалабыҙ!

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: