Ауыл уттары
+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
30 Август , 16:10

Йәш белгестәр – райондың киләсәге

Быйылғы йылда Йылайыр район дауаханаһы штаты ла дүрт йәш белгес менән тулыланды.

Йәш белгестәр – райондың киләсәге
Йәш белгестәр – райондың киләсәге

Июль һәм август айҙарында юғары уҡыу йорттарын һәм колледждарын тамамлаған йәш белгестәр эш эҙләй башлай. Ә бына халыҡҡа ярҙам иткән, һаулыҡ һағында торған медицина өлкәһенә эшкә килеүсе йәш белгестәрҙең күп булыуын һәр район халҡы бик теләп кенә тора.


Быйылғы йылда Йылайыр район дауаханаһы штаты ла дүрт йәш белгес менән тулыланды.
Тап медицина учреждениеларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса Һаулыҡ һаҡлау милли проектының төп бурыстарының береһе булып тороуы, йәш белгестәрҙең район дауаханаһына эшкә килеп, хеҙмәт юлын башлап китеүенә бәйле лә инде.


Йылайыр үҙәк район дауаханаһы поликлиника бүлегенең йәш хеҙмәткәре, табип-хирург –Руслан Йыһанур улы Мөхәмәтғәлин. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған йәш белгес маҡсатлы йүнәлеш буйынса уҡый һәм быйылғы йылдан башлап тыуған районына эшкә ҡайта. Үҙ һөнәрен яратып өлгөргән егет хеҙмәт юлының тап үҙ районында башланыуына шат.


Шулай уҡ медицина өлкәһендә фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтары ла ҙур урын алып тора. Улар табиптарҙың беренсе ярҙамсыһы, уң ҡулы тиһәк бер ҙә хата булмаҫ. Быйылғы йылда район дауаханаһы штатына фельдшер һәм шәфҡәт туташтары ла өҫтәлде. Дарья Евгеньевна Вершинина Ырымбур өлкәһендәге медицина колледжының «Дауалау эше» һөнәрен үҙләштергән.


Өфө медицина колледжының «Шәфҡәт туташы эше» фаультетын тамамлаған Илсур Илдус улы Такалов та районыбыҙҙа эш башлай. Ул үҙенең карьераһын хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып башлаясаҡ.


Сибай медицина колледжында «Шәфҡәт туташы эше» һөнәренә уҡып сыҡҡан Вәсилә Ансар ҡыҙы Әбсәләмова ла үҙебеҙҙең поликлиника бүлегендә эшләйәсәк.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләү һөнәри белем генә түгел, һәр пациентҡа ҙур рухи ҡараш та талап итә. Район дауаханаһының йәш белгестәре медицина практикаһының нескәлектәренә төшөнә башланы ла инде, коллегалары менән әүҙем аралаша һәм тәжрибәле табиптарҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һала.
Яңы кадрҙар килеү менән бер рәттән яңы эш алымдарын һәм стандарттарын индереү мөмкинлеге арта, был, һис шикһеҙ, районда медицина хеҙмәттәре сифатына ыңғай йоғонто яһай. Йәштәр яңы идеялар һәм заманса ҡараш килтерә, был урындағы медицинаны үҫтереү өсөн мөһим фактор булып тора ла инде. Йәш белгестәрҙең эшенең мөһим аспекты булып уларҙың сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу буйынса сараларҙа ҡатнашыу теләге тора. Профилактик акциялар, семинарҙар үткәреү уларҙың профессиональ эшмәкәрлегенең айырылғыһыҙ өлөшө буласаҡ. Был уларға халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға һәм ваҡытында медицина ярҙамы алыуҙың мөһимлеге тураһында мәғлүмәт кимәлен күтәрергә мөмкинлек бирәсәк. Йәш белгестәребеҙгә яңы ҡаҙаныштар һәм уңышлы, ышаныслы старт теләйбеҙ!


Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:
– Әгәр ҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлаусыларҙың барыһы ла беҙҙең дауаханаларға, поликлиникаларға, ФАП-тарға эшкә килһә, беҙҙә табиптарға ҡытлыҡ булмаҫ ине. Шуныһы борсой, сығарылыш уҡыусыларының күбеһе белгеслек буйынса эшләмәй, ә ҡайһы берҙәре шунда уҡ шәхси медицинаға китә. Күптән түгел федераль кимәлдә ҡабул ителгән медицина ВУЗ-ын тамамлағандан һуң мәжбүри эшләү тураһындағы ҡарарҙар белгестәрҙе һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына беркетергә мөмкинлек бирәсәк. Әммә мин һәр ваҡыт медицина колледждарын тамамлаусыларға иғтибар итергә тәҡдим итәм. Минеңсә, колледждан һуң шәфҡәт туташы, фельдшер, лаборант булып эшләгән кешеләр бер ҡасан да медицинанан китмәйәсәк. Шуға күрә улар өсөн юғары белем алыу мөмкинлеге тыуҙырырға, уҡыу программаларын синхронлаштырыу тураһында уйларға кәрәк. Ә бына юғары белемле йәш медицина хеҙмәткәрҙәренең үҙ райондарына ҡайтып эш башлауы үҙе бер ҙур маҡтауға лайыҡ. Шуның өсөн дә медицина хеҙмәткәре ауылдарҙа ныҡлап урынлашһын өсөн уның тормошон уңайлы итеү мөһим.


Йылайыр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Данис Ғәлин:
– Йәш белгестәрҙең килеүе беҙҙе шатландыра. Йәштәрҙең тыуған районына эшкә ҡайтып, яҡташтарына ярҙам итергә әҙер булыуҙары һоҡландыра. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уларға ярҙам итергә, кәңәштәребеҙҙе бирергә тырышасаҡбыҙ һәм һәр кемеһенең дә районыбыҙға, һаулыҡ өлкәһендә лә кәрәкле кеше булып китеүҙәрен теләйбеҙ!

Фотолар Район дауаханаһы сайтынан алынды.

Йәш белгестәр – райондың киләсәге
Йәш белгестәр – райондың киләсәге
Йәш белгестәр – райондың киләсәге
Йәш белгестәр – райондың киләсәге
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: