

Өфөлә йәшәүсе һалым ташламаһын тиҙ арала рәсмиләштереү тураһында иғлан күреп ҡала һәм күрһәтелгән номерға шылтырата.«Белгес» уға 20 меңдән ашыу аҡса тейеш булыуын, әммә уны алыр өсөн 1300 һум комиссия түләргә һәм яңы карта асырға кәрәклеген әйтә.
Бер нисә көндән һуң уға мөлкәт һалымы буйынса бурысы тураһында хәбәр итеп, уны ошо карта аша түләргә тәҡдим итәләр. Ир аҡса күсерә, әммә ташлама килмәй, ә «белгес» телефоны яуап бирмәҫ була.
Шуны хәтерҙә тотоу мөһим, ысын һалым инспекцияһы «махсус карта» рәсмиләштереүҙе йәки уға аҡса ебәреүҙе һорамай. Ташламаларҙы Дәүләт хеҙмәттәрендә йәки Федераль һалым хеҙмәте сайтында бушлай рәсмиләштерергә мөмкин. Әйткәндәй, күптән түгел был хаҡта яҙғайныҡ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан