Ауыл уттары
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
21 Сентябрь 2021, 10:57

Мәктәпкә ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар килгән.

Табиптар уҡытыусының үлемен теркәгән.

Мәктәпкә ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар килгән.
Мәктәпкә ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар килгән.


Стәрлетамаҡ районы Яңы Отрадовка ауылы мәктәбендә 13 сентябрҙә иртән дәрес ваҡытында 46 йәшлек физкультура һәм ОБЖ уҡытыусының хәле насарайған. «Башинформ» агентлығына Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, «уҡытыусы тренерҙар бүлмәһендә документтар тултырып ултырған; ниндәйҙер мәлдә ул аңын юғалта башлаған һәм ултырғыстан йығылып төшкән».
«Полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына юлланған. Суд-медицина экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса, уҡытыусының үлеме криминаль характерҙа түгел», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уҡытыусы йөрәк хәлһеҙлегенән үлгән.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: