Ауыл уттары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
11 Ноябрь 2021, 09:05

Бүздәктәр вакцинация буйынса бурысты үтәне

Унда халыҡтың 102 проценты вакцина һалдырған.

Бүздәктәр вакцинация буйынса бурысты үтәне
Бүздәктәр вакцинация буйынса бурысты үтәне

Йыл башынан алып республикала халыҡты коронавирус сиренән вакцинациялау кампанияһы әүҙем бара. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм “Роспотребнадзор” башта халыҡтың 60 процентына вакцина һалдырыу бурысын ҡуйһа, быйыл йәй был күрһәткес 80 процентҡа тиклем арттырылды.
Әле Башҡортостанда вакицнаның тәүге компонентын 1749110 кеше һалдырған. Был өлкәндәрҙең дөйөм һанының 56,3 процентын тәшкил итә.
Бүздәк районы республикала беренсе булып ковидтан вакцинациялау буйынса айырым маҡсатлы күрһәткескә өлгәште. Унда прививка яһатырға тейешле халыҡтың 102 проценты, өлкәндәрҙең 80 проценттан ашыуы вакцина һалдырған. “Роспотребнадзор” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, район коронавирус менән сирләү кимәле буйынса "йәшел зона"ға инә.
"Табиптарға көсөргәнеш бермә-бер артты. Физик яҡтан ғына түгел, эмоциональ йәһәттән дә арыта. Беренсенән, артабан нимә булыры билдәһеҙ, икенсенән, эпидемияның бының менән генә бөтмәүе, артабан да дауам итеүе ихтимал, өсөнсөнән, пациенттарҙың нервыһы ҡаҡшаған, күптәр, айырыуса сирлеләрҙең туғандары, мөмкин булмағанды талап итә. Шуға күрә беҙ тәү сиратта вакцинация тураһында һүҙ алып барабыҙ", – тине Бүздәк үҙәк район дауаханаһының табип-офтальмологы Әдиб Хәмәҙуллин.
"Ковид менән ауырымаҫмын тип, вакцина яһатмау бик ҡурҡыныс. Был хәүефтең ғүмер торошло булыуы ихтимал. Халыҡтың беҙҙе ишетеүенә ҡыуанып бөтә алмайым. Был йүнәлештә эш дауам итә", – тине үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Александр Овчинников.
Фото: Бүздәк үҙәк район дауаханаһы.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: