Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кеше организмы өсөн файҙаһы баһалап бөткөһөҙ

Шулай уҡ, йәрәхәтләнгән тирене элекке хәленә ҡайтарыуға булышлыҡ итә, кеше ағзаларының үҫешенә ыңғай йоғонто яһай.

Кеше организмы өсөн файҙаһы баһалап бөткөһөҙ
Кеше организмы өсөн файҙаһы баһалап бөткөһөҙ

Бурһыҡ майында бик күп файҙалы һәм әүҙем матдәләр бар.

Шулай уҡ витаминдар ҙа етерлек. Кеше организмы өсөн файҙаһы баһалап бөткөһөҙ минералдар, кислоталар, В төркөмөнә ҡараған витаминдар комплексы, А һәм Е витаминдары бихисап. Әйтәйек, минералдар кеше организмы тарафынан файҙалы матдәләрҙе үҙләштереүҙе көйләй, кислоталар күҙәнәктәрҙе туҡландыра, шешенеү процесына ҡаршы тора, ғөмүмән, тәндә барған барлыҡ эшмәкәрлеккә ыңғай йоғонто яһай. В витаминдары төркөмө комплекстарының кешенең иммунитетын формалаштырыуҙа әһәмиәте ҙур. А һәм Е витаминдары иммун системаһын нығыта, йәрәхәтләнгән тирене элекке хәленә ҡайтарыуға булышлыҡ итә, кеше ағзаларының үҫешенә ыңғай йоғонто яһай.

Бурһыҡ майында бик күп төрлө витамин һәм микроэлементтар тупланған.

Мәҫәлән, каротиноидтар, токоферол, файҙалы кислоталар. Органик кислота иһә организмды нығыта, эшмәкәрлегендә файҙаһы ҙур. Кеше ауырыған саҡта ғына түгел, дөйөм иммун системаһын нығытыу өсөн дә ҡулланалар. Организм тарафынан аҡһым, май, углеводтарҙы үҙләштереүҙе тиҙләтә. Ҡан әйләнешен көйләй. Елкенһенеүгә, зарарлы бактерияларға ҡаршы тора. Кешенең енси әүҙемлегенә булышлыҡ итә, гормон балансын нормалләштерә.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: