Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Иптәшем бил ауыртыуы менән интегә ине

...Ике сәғәт түҙҙе. Аяҡтарын ҡайҙа ҡуйырға ла белмәй, нервыһына йоғонто яһай икән. Шулай итеп өс мәртәбә компресс ҡуйҙым уға.

Иптәшем бил ауыртыуы менән интегә ине. Бер шулай, билен тотоп, ҡуҙғала алмай ятҡас, ашығыс ярҙам менән дауаханаға оҙаттым. Ике ай ятты а, аяҡҡа баҫа алманы. Йыраҡ ҡалала баш табип булып эшләгән ағаһы яҡшы дарыуҙар ҙа ебәрҙе, блокада ла яһанылар. Һөҙөмтәһе юҡ.

Шул саҡ минең башҡа теге тиҙәк иҫкә төштө. Ауырыуҙы Яңы йылға өйгә алып ҡайтырға өс көнгә рөхсәт бирҙеләр. Ул ваҡыт машиналы кеше әҙ ине әле. Нисек алып ҡайтырға тип эҙләнеп тә йөрөмәнем, балаларҙың санаһы менән барып алдым. Автохужалыҡтан (улар аттар ҙа аҫырай ине) ярты тоҡ ат тиҙәге килтерттерҙем. Туң ине. Уны тимер биҙрәлә йылытып, әҙерәк тоҙ ҡушып, ваннаға полиэтиленға ҡалын итеп һалдым да, иптәшемде урап ятҡырҙым.

Ике сәғәт түҙҙе. Аяҡтарын ҡайҙа ҡуйырға ла белмәй, нервыһына йоғонто яһай икән. Шулай итеп өс мәртәбә компресс ҡуйҙым да, тағы бәләкәй сана менән итеп ташланым. (Шуныһы ҡыҙыҡ: шул сана менән гаражға ла барып, дауаханала ятыр алдынан алып, йөрөп тә ҡарамаған машинаһын күрһәтеп килдем әле. Түҙә алмай, күрәһе килә).

Икенсе көн дауаханаға барып, тәҙрәнән ҡараһам (1-се ҡат), минең янға кәкерәйеп булһа ла, үҙе атлап килә ята, “Тиҙәк ярҙам итте, тиҙәк ярҙам итте...” - тип ҡабатлап-ҡабатлап әйтеп килә. Бер-нисә көндән терелеп сыҡты.

Зәйтүнә Күсәпова.

("Бәйләнештә" селтәренән алынды).

Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: