Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тымауҙан нисек тиҙ генә ҡотолорға?

Был ауырыу йонсота башлаһа, дарыуханаға йүгерер алдынан ошо төнәтмәне яһап эсеп ҡарағыҙ.  Ул ауырыуҙың тышҡы билдәләрен генә баҫмай, ә сирҙең тамырына килтереп һуға.  

Беҙгә кәрәк була:
* ярты лимон
* уртаса ҙурлыҡтағы бер баш һуған
* бер ҡалаҡ бал
* бер стакан һыу

Ваҡ итеп туралған һуғанды (ҡайнар һыуға һалабыҙ) 15 минут ҡайнатып алғас, утты һүндереп, биш минутҡа ҡалдырабыҙ. Шунан уға балды ҡушып, иҙелгәнсе болғатабыҙ. Төнәтмәне эсер алдынан ғына ярты лимондың һутын һығабыҙ.

Эсемлекте берәр ҡалаҡлап көнөнә өс тапҡыр ҡулланыу үҙ һөҙөмтәһен күрһәтмәй ҡалмаҫ. Артығын һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Сәләмәт булайыҡ!

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: