Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Япраҡтарын йыйып сәй итеп эсәбеҙ, емешенән ҡайнатма әҙерләйбеҙ, киптерәбеҙ

Емешендә файҙалы матдәләр күп, бигерәк тә, вирус осоронда файҙаһы шәп!

Һырғанаҡтан май эшләү ысулы:

Йыйылған емештәрҙе йыуып, киптерәбеҙ. Һутын айырып алабыҙ. Ҡул менән һығырғала була, һутын май өсөн ҡулланмайбыҙ. Уларҙы эсергә, йә порциялап туңдырырға була, бал менән болғап, һыуытҡыста һаҡларға мөмкин. Тик, оҙаҡ ултыртырға ярамай. 

Ҡалғанын, (ҡабығы менән орлоғон инде) ныҡ итеп киптерәбеҙ, кофемолкала йә башҡа ысул менән ыуаҡлайбыҙ. 3 ст. һығынтыһына, 0,5 л. май һалып, бер аҙнаға һалҡын, ҡараңғы ергә ҡуябыҙ. Бер аҙнанан майҙы һөҙөп алабыҙ. Артабан, ошо уҡ эште яңынан эшләйбеҙ. Тик, яңы майға һалмайбыҙ, ә яңыһын ошо уҡ майға һалабыҙ. Шулай итеп 3, 4 хатта 5 мәртәбә ҡабатларға була. Һөҙөмтәлә беҙҙең, хәтәр концентрациялы май килеп сыға.

Сығанаҡ: https://vk.com/public197676857 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: