Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфө студенты үпкә ауырыуҙарын таныу һәм асыҡлау программаһын уйлап сығарған

.

Ул компьютер томографияһы ярҙамында эшләнгән һүрәтте эшкәртеп, үпкәнең зарарланған урынын билдәләй. Проект аҡ халатлыларҙың эшен еңеләйтеү, пациентты ҡабул итеү ваҡытын ҡыҫҡартыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Әле программа авторы хеҙмәтен камиллаштырыу, уны дауаханаларҙа ҡулланышҡа индереү өҫтөндә эшләй.

Идеяһын тормошҡа ашырыу өсөн Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты студент стартаптарына ярҙам итеү грант программаһында ҡатнашып, 1 миллион һум күләмендә ярҙам ала алған.

Сығанаҡ: https://web.telegram.org/a/#-1001651492086 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: