Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Фолий кислотаһы ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге өсөн иң файҙалы элемент

Был витамин йәшел төҫтәге йәшелсәләрҙә, ҡара дөгөлә, башҡа ярмаларҙа күп.

Күп төрлө тестар күрһәтеүенсә, оҙайлы ваҡыт В9 витамины (фолий кислотаһы) ҡабул итеү бөтөн йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарға ла файҙалы.

Ғалимдар раҫлауынса, бигерәк тә ауырлы саҡта организмда был кислота етерлек булырға тейеш, сөнки ул арҡа һөйәге менән бәйле проблемаларҙан һаҡлай, нервы системаһының дөрөҫ формалашыуына булышлыҡ итә.

Бынан тыш, ул депрессиянан да һаҡлай, шуға ла уны ғәҙел рәүештә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң мөһим витамин, тип атап йөрөтәләр. Был витамин йәшел төҫтәге йәшелсәләрҙә, ҡара дөгөлә, башҡа ярмаларҙа күп.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: